Ответ:
Перевод задания: Вместо точек вставить нужные буквы и переписать текст.
Янғантау
Республикабыҙҙың Салауат районында Янғантау шифаханаһы урынлашҡан. Унда ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ эҫе пар һәм газ сыға. Тау 200 йылдан ашыу ғалимдарҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә, ләкин әле лә тиклем уның сере асылғаны юҡ. Янғантау шифаханаһында быуын ауырыуҙарын дауалайҙар. Тау янында Ҡорғаҙаҡ йылғаһы аға. Был шишмә ҡышын да туңмай. Ундағы һыуҙың температураһы йыл әйләнәһенә 16–18 градус була. Һыу шифалы: ашҡаҙан-эсәк һәм бөйөр ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланыла.
Перевод: В Салаватском районе нашей республики расположена здравница Янгантау. Из-под земли там непрерывно выходят горячий пар и газ. Гора более 200 лет привлекает внимание учёных, но её тайна до сих пор не раскрыта. В здравнице Янгантау лечат заболевания суставов. Рядом с горой течёт река Кургазак. Этот родник не замерзает даже зимой. Температура воды в нём круглый год составляет 16–18 градусов. Вода целебная: её используют для лечения заболеваний желудочно-кишечного тракта и почек.
