Ответ:

Әкиәттә ҡарт Ялбырға хеҙмәттең ҡәҙерен аңлата. Ул тир түгеп эшләй һәм үҙ көсө менән йәшәй. Ялбыр башта алтынды ғына байлыҡ тип уйлай. Ҡарттың һүҙҙәрен һәм эшен күргәс, хеҙмәт менән табылған ризыҡтың алтындан да ҡәҙерлерәк булыуын аңлай. Әкиәт беҙҙе тырыш, сабыр һәм эшһөйәр булырға өйрәтә.