Ответ:

Беренсе бағаналағы һүҙбәйләнештәрҙә тәүге һүҙҙәр эш-хәрәкәттең билдәһен белдерә: нисек һөйләй? — яҡшы; нисек уйнай? — матур; нисек яҙа? — башҡортса. Улар ҡылымға бәйләнгән рәүештәр.

Икенсе бағаналағы һүҙбәйләнештәрҙә тәүге һүҙҙәр исемдең билдәһен белдерә: ниндәй китап? — яҡшы; ниндәй ҡыҙ? — матур; ниндәй йыр? — башҡорт. Улар исемгә бәйләнгән сифаттар.

Һығымта: һүҙҙең ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарауы уның мәғәнәһенә һәм ниндәй һүҙгә бәйләнеүенә ҡарап билдәләнә.