Апайым минең һорауға яуап язманы. Яҡшы уҡы ... Бер көн машина менән апайым ҡайтып төштөс. Иҫән-ләштек, күрештек. Бер сумаҙан, бер төргәк одеял-мендәрен алып, әсәйемә күрһәтте. Унан һуң мә, быныһы һиңә ... Ҡараһам, тимерҙән эшләнгән бер ситлек. Э эсендә ике күгәрсен. Әллә нисек булып китте. Шатланырға ла, асыуланырға ла белмәйем. Ә күгәрсендәр, бахырҙар, йөҙөк кеүек күҙҙәрен текләп, миңә ҡарап ҡуйҙылар. Әллә
булды. Апай, ниңә бикләнең уларҙы йәлләмәйсә ... Апайым мине тынысландырырга теләгәндәй улар ҡулға эйә-ләшкән. Һиңә алып ҡайттым. Һин ҡоштар яратаһың бит... (Н. Кәрип)